Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛОНИН Василий Степанович

Просмотров: 346

СОЛОНИН Василий Степанович (25.12.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Михайловка а. — 2.12.1980, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1932 й. алып Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында тракторсы‑комбайнсы, 1945 й. — комбайнсы‑звено башлығы, 1949—53 йй. механик, оҫтахана мөдире, 1957— 72 йй. баш инженер. 1956 й. Өфө р‑нының “Шемәк” с‑зында баш инженер. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы — 26 ц/га, игендең төшөмө 1500 т тәшкил иткән (1947). РСФСР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944, 1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: У д а л о в А. Право первородства //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019