Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Зөфәр Хәбир улы

Просмотров: 346

СОЛТАНОВ Зөфәр Хәбир улы [12.3. 1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Маншыр а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.11.2012, Дүртөйлө ҡ.], режиссёр. РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1968). 1947 й. алып Дүртөйлө колхоз- совхоз театры (ҡара: Колхоз‑совхоз театрҙары) актёры, 1949—89 йй. — татар театры (1968 й. “халыҡ” исемен ала), 1994—2008 йй. “Әллүки” клубы (икеһе лә — Дүртөйлө р‑ны мәҙәниәт йорто) етәксеһе була. Театрҙа 80‑дән ашыу спектакль ҡуйған: С.Ш.Поварисовтың “Ауылымдың алһыу таңдары”, “Ғәлиәбаныу”, М.А. Хәйҙәровтың “Еҙнәкәй”, И.Ә.Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һәм “Яңғыҙ ҡайын”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре” (бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019