Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Илдар Мәхмүт улы

Просмотров: 370

СОЛТАНОВ Илдар Мәхмүт улы (19.3. 1952, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.), кларнетсы, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). ӨДСИ‑не тамамлаған (1978; Г.М.Багдасарян класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү, 1982; етәксеһе М.П. Мозговенко) стажировка үтә. 1977 й. алып ӨДСА‑ла эшләй: 1980 й. башлап тынлы һәм һуҡма муз. ҡоралдары каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1983—88 йй. һәм 2002— 04 йй. мөдире; бер үк ваҡытта 1976 й. алып урта махсус муз. колледжында, 1988 й. — Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия‑интернатында уҡыта. 1980—81 йй. БДОБТ оркестры, 1993—94 йй. БР‑ҙың Милли симфоник оркестры музыканты. С. башҡарыу сәнғәте тәьҫирлеге, техник оҫталығы, стилистик аныҡлығы м‑н айырылып тора. Репертуарында Л.Бетховен, И.Брамс, В.А.Моцарт, Ф.Шопен, А.Т.Гречанинов, С.В.Рахманинов, И.Ф. Стравинский, С.Ә.Низаметдинов, Р.Н.Сабитов, Р.В.Сәлмәнов һ.б. яңғыҙ башҡарыу, ансамбль һәм оркестр өсөн әҫәрҙәре. Ф.М.Ғафуров, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Р.Йыһанов, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, И.И.Хисаметдинов әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Республиканың төп педагог‑кларнетсыһы. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.Т.Кузнецов, БР‑ҙың — А.С.Матвеев, А.В.Чемшит, БР‑ҙың атҡ. артистары А.В.Макаров һәм А.М. Үмәрғәлин, Бүрәт Респ. — А.К.Шмельков, Р.Н.Юлдашев. 5 методик хеҙмәт һәм уҡыу әсбабы авторы. “Алтын феникс” (“Золотой феникс”) Халыҡ‑ара фестиваль‑конкурсы (Мәскәү), Халыҡ‑ара тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдарында башҡарыусы музыканттар конкурсы (Тольятти ҡ.; икеһе лә — 2006) дипломанты.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019