Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Мансур Ислам улы

Просмотров: 340

СОЛТАНОВ Мансур Ислам улы (25.4.1875, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Мәстәй а. — 1919, Һарытау ҡ.), флейтасы, фольклорсы. Солтановтар нәҫеленән. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1903; В.В.Кречман класы). 1906 й. алып Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестрҙары музыканты, 1912 й. башлап Һарытау консерваторияһында уҡыта. Башҡорттарҙан тәүге проф. музыкант. Бик күп башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен яҙып алған, шуларҙың 10‑ы (тарихи, лирик, шаян һәм бейеү) “Башҡорт һәм татар мотивтары. Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы М.Солтанов яҙып алды” (“Башкирские и татарские мотивы. Записал преподаватель Саратовской консерватории М.Султанов”; 1916) исемле йыйынтыҡҡа ингән.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Первый музыкант- исследователь из башкир //Народное творчество башкир. Уфа, 1976; Ш у л у ҡ. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019