Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВА Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы

Просмотров: 519

СОЛТАНОВА Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы [16.2.1937, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лаҡлы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], йырсы. БР‑ҙың атҡ. артисы (2011), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1974), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Свердловск музыка уч‑щеһын (1960; Р.Х.Герцман класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1968; Г.А.Мальцева класы) тамамлаған. 1960—63 йй. һәм 1968 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы, 1980— 2013 йй. — 2‑се Өфө пед. колледжында, бер үк ваҡытта 1998 й. тиклем ӨДСИ‑лә уҡыта һәм 1993 й. тиклем БАДТ‑ла педагог‑вокалист, 2003— 13 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Матур тембрлы һәм киң диапазонлы тауышҡа эйә, башҡарыу сәнғәте хис‑тойғолар һәм тәьҫирлелек м‑н айырыла. Концерт репертуарында урыҫ (М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Н.А.Римский‑Корсаков, П.И. Чайковский), башҡ. (М.М.Вәлиев, Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов) комп. вокаль әҫәрҙәре, башҡ. халыҡ йырҙары (“Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Шәүрә” һ.б.). “Замандаштар” операһынан Бибинур арияһын, З.Ғ.Исмәғилевтең ҡайһы бер йырҙарын тәүге башҡарыусы. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969), Ҡарағалпаҡ АССР‑ындағы БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. СССР, Монголия, Финляндия, Чехословакия буйлап гастролдәрҙә була. Вокал уҡытыу б‑са уҡытыу‑методик хеҙмәттәр авторы.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019