Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы

Просмотров: 327

СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы (24.12.1936, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Нөрәй а.), бейеүсе, балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977). 1964 й. алып Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы етәксеһе. 1966—92 йй. һәм 1996 й. башлап Әбйәлил район мәҙәниәт йортонда эшләй: балетмейстер, 1971 й. алып “Йәшлек” бейеү ансамбленең художество етәксеһе, 1977 й. — дир., 1991—92 йй. һәм 1996—98 йй. дир. урынбаҫары. Ижадында көнкүреш һәм лирик милли образдар тыуҙырыуға, Ф.Ә.Ғәскәровтың бейеү мираҫын һаҡлап ҡалырға ынтыла. Башҡ. — “Башҡорт ҡыҙҙары бейеүе”, “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал”, татар — “Ҡырҡ ямау” һ.б. бейеүҙәрҙе башҡарыусы. “Йәштәр бейеүе”, “Шәкерттәр бейеүе”, “Еләк йыйғанда” (“Собирая землянику”) бейеүҙәрен, ш. уҡ куба, татар, мари һ.б. бейеүҙәрҙе сәхнәлә ҡуя. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша (1976). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт (1967), хеҙмәтсәндәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт ижады (1976; икеһе лә — Өфө) фестивалдәре, үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (1985), Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт (1965, 1973), ауыл үҙешмәкәр сәнғәт (1973; бөтәһе лә — Мәскәү) смотрҙары һ.б. лауреаты.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019