Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОНАТА

Просмотров: 299

СОНАТА (итал. sonata), бер йәки бер нисә музыка ҡоралы өсөн муз. әҫәр; инструменталь музыка жанры. Классик С., ҡағиҙә булараҡ, ситке өлөштәре етеҙ (беренсеһе — соната формаһында) һәм урталағыһы талғын булған күп өлөшлө әҫәр; ҡайһы берҙә циклға менуэт йәки скерцо индерелә. Башҡортостанда жанрҙың формалашыуы З.Ғ.Исмәғилев (фп. өсөн С., 1946), Х.Ф.Әхмәтов (фп. өсөн С.‑фантазия, 1947), Р.Ә.Мортазин (торба һәм фп. өсөн С., 1950) ижадына бәйле. 70‑се йй. Өфө сәнғәт ин‑тында (ҡара: Сәнғәт институты) композиция класы асылғандан һуң С. жанры әүҙем үҫеш ала. Был осорҙа башҡ. халыҡ музыкаһының классик формаларын һәм интонацияларын яраштырыу жанрҙың төп билдәһе булып тора (С.Ә.Низаметдинов, С.Р.Сәлмәнов, Р.М.Хәсәнов). Байтаҡ С. фп. өсөн яҙылған (А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Исмәғилев, Л.З.Исмәғилева, Р.Р.Йыһанов, В.Н.Клепинин, Р.Ғ.Ҡасимов, А.М.Ҡобағошов, Низаметдинов, Р.В.Сәлмәнов, В.М.Скобелкин, М.Х.Әхмәтов): А.К. Березовскийҙың 1‑се С. (1980) — ҡәтғи додекафон техникаһы һәм ныҡ киҫкен яңғыраш м‑н, Ҡасимовтың С. — полистилистика нигеҙендә сонористика һәм пуантилизм техникаларын ҡулланыу м‑н, Д.Д.Хәсәншиндең С.‑ҡобайыры (2008) фольклор жанрын классик нигеҙ м‑н берләштереүгә ынтылышы м‑н айырылып тора. Композиторҙар традиция б‑са ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн дә С. ижад итә: Хәсәнов (1969, 1970, 1973), С.Р.Сәлмәнов (1973), Низаметдиновтың (1980) виолончель һәм фп. өсөн С., Хәсәншиндең скрипка өсөн (1980), альт өсөн (1981), И.И.Хисаметдиновтың 2 скрипка өсөн (1998), Скобелкиндың скрипка һәм фп. өсөн (1999) С. индивидуаль стилдәре м‑н айырыла. С.Г.Шаһиәхмәтованың скрипка һәм фп. өсөн 3 бүлектән торған (“Монолог”, “Интермеццо”, “Шествие”; 1984) С. йөкмәткеһен конкретларға ынтылыш м‑н, Р.Н.Сабитовтың виолончель өсөн С. (1988) автобиографиялыҡ һәм драматизм м‑н айырылып тора. Ф.М.Ғафуровтың виолончель һәм фп. өсөн С.‑поэмаһы (1992) жанр синтезы, Березовскийҙың “Альт, фортепиано һәм нотаны асыусы өсөн соната”һы (“Соната для альта, фортепиано и переворачивающего ноты”, 2007) гротеск һәм театр эффекттары (пистолеттан атыу, башҡарыусыларҙың костюмдары) м‑н тулыландырылған. Башҡ. композиторҙары ижадында ағас тынлы музыка ҡоралдары өсөн яҙылған С. ҙур урын биләй: Шаһиәхмәтованың (1961), Хисаметдиновтың (1999) кларнет һәм фп. өсөн; Йыһановтың флейта һәм фп. (1977, 1995, 2009), флейта (1998) өсөн; С.Р.Сәлмәновтың гобой һәм фп. өсөн (1984); Ҡасимовтың флейта (1994), гобой (1994) һәм кларнет (1995) өсөн С.; Ғафуровтың кларнет һәм фп. өсөн С.‑фантазияһы (1996). 20 б. композицияның төрлө техникалары М.Х.Әхмәтовтың гобой һәм фп. өсөн “Лабиринт һәм минотавр” (“Лабиринт и минотавр”, 1989) С. һәм AHF темаһына Х.Ф.Әхмәтов иҫтәлегенә С. (1995) ҡулланылған. С.Р.Сәлмәнов торба һәм фп. өсөн (1987), Скобелкин тромбон һәм фп. өсөн (1994) С. һ.б. еҙ тынлы музыка ҡоралдары ҡулланалар. Хисаметдинов ике баян өсөн С. ижад итә (1997). Н.Ғ.Сабитов (1947), М.З.Бәширов (1959, 1960), Хәсәншин (1966), Ғабдрахманов (1970), Р.В.Сәлмәнов (1970, 1979), Ҡасимов (1972, 1989), Н.Ш.Ғөбәйҙуллин (1980), А.Т.Кәримов (1988), Н.Я.Инякин (1989), Ғ.С.Дәүләтбирҙин (1990) һ.б. ижадында С. жанрының йыйнаҡ формаһы — еңел фактураһы һәм сағыштырмаса ябай тематикаһы м‑н айырылып торған сонатина урын алған. Ҡасимов һуҡма ҡоралдар өсөн сонатинаһында (1978) үҙенсәлекле тембрҙар ҡулланған. А.Р.Сәлмәнованың (1988) һәм Ғафуровтың (2000) сонатиналарында классик музыка ҡоралы фортепиано һәм ҡурай берләштерелгән.

Әҙәб.: Г а р и п о в а Н.Ф. Башкирская фортепианная музыка. Уфа. 2008.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019