Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРОКА Николай Григорьевич

Просмотров: 355

СОРОКА Николай Григорьевич (1906 й. майы, Полтава губ. — 29.8.1973, Өфө), зоотехник. А.х. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Харьков зоотехния ин‑тын (1929), Маркс—Энгельс—Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1929 й. алып Көнсығыш Себер крайының “Овцевод” тресы “Красный великан” с‑зы, 1930—31 йй. “Хорко” һөтсөлөк акционерҙар ширҡәте (Украина ССР‑ы) зоотехнигы. 1934— 44 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н респ. малс‑ҡ тәж. ст.: өлкән ғилми хеҙм‑р, бүлек мөдире, 1937 й. башлап дир. урынбаҫары, 1941 й. — дир.; 1935— 37 йй. Башҡ‑н игенселек һәм малс‑ҡ ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1944 й. алып БАХИ‑ла: а.х. малдарын ашатыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1951—67 йй. зоотехния ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығы әҙерләү технологияһын камиллаштырыуға, а.х. малдарын сифатлы ашатыуға, һыйырсылыҡта тоҡомсолоҡ эшенә һ.б. арналған. С. етәкс. Башҡ‑н дәүләт тоҡомсолоҡ үрсеткесе өсөн бестужев тоҡомло һыйыр малы м‑н тоҡомсолоҡ эше үткәреү планы төҙөлгән. 30 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Х е ҙ м.: Улучшающие породы крупного рогатого скота и их метисы в БАССР. Уфа, 1937; Повысить продуктивность коров. Уфа, 1943; Корма и кормление скота в Башкирии. Уфа, 1970 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019