Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРОКИНА Валентина Мефодьевна

Просмотров: 369

СОРОКИНА Валентина Мефодьевна (9.4.1940, Өфө), сәнғәт белгесе. РФ‑тың (2012) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Ю.М.Ракшаның һеңлеһе. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1967). 1960 й. алып БДХМ‑да эшләй: 1968 й. башлап фондтарҙың баш һаҡлаусыһы, 2010 й. — иҫәп‑һаҡлау эше б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. һынлы сәнғәтен, Нестеров М.В. исемендәге художество музейын ойоштороу һәм коллекцияларын туплау тарихын, С.Д.Тавасиевтың ижадын өйрәнеүгә бәйле. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. Ғ.Ш.Имашева (1983), Т.П.Нечаева (1984, 1997), Б.Ф.Домашников (1994), М.В.Нестеров (1997), Ә.Ф.Лотфуллин (1998, 2003), Ә.С.Арыҫланов (2001), Ҡ.С.Дәүләткилдеев (2003) ижады т‑да альбомдар һәм каталогтар; төбәк һәм респ. художество күргәҙмәләренә каталогтар (1970 йй. 2‑се ярт.), ш. иҫ. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999), “Акварель яҙы” (“Акварельная весна”; 2005), “Мифтахетдин Аҡмуллаға 150 йыл” (“Мифтахетдину Акмулле — 150 лет”, 2006; ҡара: Сәнғәт ғилеме), авторы. “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004) энциклопедияһы авторҙарының береһе.

Х е ҙ м.: Александр Бурзянцев. Уфа, 1998; Рашид Нурмухаметов. Уфа, 2005; Сосланбек Тавасиев: жизнь и творчество. Уфа, 2007.

Әҙәб.: Сорокина Валентина Мефодьевна // Сообщения Башкирского государственного художественного музея им. М.В.Нестерова. Уфа, 2001.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019