Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Риф Сафа улы

Просмотров: 604

СӨЛӘЙМӘНОВ Риф Сафа улы [9.6.1936, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лағыр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], музыка белгесе‑фольклорсы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2006). РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1990). Композиторҙар союзы ағзаһы (1986). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Өфө музыка тәрбиә биреү мәктәп‑интернатында уҡыта. 1970 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1990 й. — өлкән, 2007 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. халыҡ йырҙары, йолаларының жанр үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, ш. уҡ думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү мәсьәләләренә арналған. Башҡортостан, Куйбышев, Ҡурған, Силәбе, Һарытау һәм Ырымбур өлк. буйлап фольклор экспедицияларында 3 меңгә яҡын башҡ. музыка фольклоры әҫәрҙәрен йыйған һәм 500‑ҙән ашыуын нотаға һалған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. монографиялар, урта һәм юғары музыка уҡыу йорттары өсөн башҡ. музыка фольклоры, думбырала уйнау б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар авторы (ҡара: Музыка ғилеме). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

Х е ҙ м.: Боронғо башҡорт скрипкаһы — ҡыл‑ҡумыҙ=Старинная башкирская скрипка — кылкубыз. Өфө, 2001; Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995; Песенное творчество иргизо‑камеликских башкир. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Р.С.Сөләймәнов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019