Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Бибизада Хәйбулла ҡыҙы

Просмотров: 287

СӨЛӘЙМӘНОВА Бибизада Хәйбулла ҡыҙы [26.5.1926, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ишле утары (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 17.6.1998, шунда уҡ], өзләү оҫтаһы. Башҡортостандың Урал аръяғының боронғо башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. С. сәнғәте уникаллеге, оҫталыҡ һәм юғары техника, йыш ҡына өс тауышҡа башҡарыу һәләте, бай орнаментика м‑н айырылып торған. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары “Ғайса ахун”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Ҡарабай” һ.б.; башҡ. композиторҙары йырҙары. Ағас ҡумыҙҙа, мандолинала уйнаған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019