Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Гүзәл Ғәле ҡыҙы

Просмотров: 350

СӨЛӘЙМӘНОВА Гүзәл Ғәле ҡыҙы (25.2.1927, Өфө — 14.4.1969, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың (1955), БАССР‑ҙың (1953) халыҡ артисы. 1936—47 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыған (педагогы М.Ф.Романова). 1945 й. алып БДОБТ солисы. Ленинград балет мәктәбенең акад. традицияларын дауам итеүсе. С. иҫтә ҡалырлыҡ ышандырырлыҡ көслө, драматик йәһәттән тәьҫирле байтаҡ образдар ижад итә. Камил пластик кәүҙәләндереү оҫталығына эйә була. С. бейеүе шымартылған техника, еңел хәрәкәттәр, күтәренке рух һәм нәфислек м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Мария (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1945), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С. Прокофьев), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Тао Хоа (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр) һ.б. Лауренсия (А.А.Крейндың ш. уҡ исемле балеты), Раймонда (А.К. Глазуновтың ш. уҡ исемле балеты), Сари (“Йәшен һуҡмағынан” — “Тропою грома”, К.А.Караев), Әминә (“Тау бөркөтө”), Зарифа (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С. Ключарёв) һ.б. партияларҙы тәүге башҡарыусы. Х.Ш.Заимов һәм А.Г. Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”) балетында Ғәлимә партияһында С.‑актриса таланты асыҡ сағыла. Концерт репертуарында С.В. Рахманинов музыкаһына С.В.Дречин һәм Ф.М.Саттаровтың “Элегия” хореографик миниатюраһы, И.О. Дунаевский, В.И.Ребиков музыкаларына вальстар һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР һәм донъяның 18 иле буйлап гастролдәрҙә була. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: С а и т о в С. Танец ликующий. Уфа, 1968; Ж и л е н к о Н. О чём этих линий полёт, неужто он тоже не вечен? //Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2007.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019