Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Гүзәл Наил ҡыҙы

Просмотров: 333

 СӨЛӘЙМӘНОВА Гүзәл Наил ҡыҙы (10.6.1979, Өфө), балет артисы. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1998) артисы. Башҡ. хореография уч‑щеһын (1997; педагогы Л.В.Шапкина), Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тын (2003; педагогы Н.Д.Юлтыева) тамамлаған. 1994 й. алып БДОБТ солисы. Лирик‑драматик пландағы классик балерина. Башҡарыу сәнғәте шымартылған техника, темперамент һәм динамика м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Мари (“Щелкунчик”; дебют, 1997), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Аврора (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; бөтәһе лә — П.И.Чайковский), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты) һ.б. Гөлжан (“Хужа Насретдин” — “Ходжа Насретдин”), Эрке (“Арҡайым” — “Аркаим”; икеһе лә — Л.З.Исмәғилева) партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында С.В.Рахманинов музыкаһына В. Усмановтың “Элегия”, Чайковский музыкаһына Дж.Баланчиндың “Па‑де‑де”, П.Даллио музыкаһына А.Ю. Пепеляевтың “Мираж” хореографик миниатюралары, ш. уҡ төрлө балеттарҙан па‑де‑де. Рәсәйҙең Ҙур театрында, Венгрия опера театрында, “Поли‑театр”ҙа (Пекин, Шанхай ҡҡ.; Ҡытай), “Маджестик” театрында (Бостон ҡ., АҠШ), Ҡаһирә опера театрында һ.б. бейей. А.А.Евдокимов, М.Ивата, К.Пакетт, Р.В.Рыкин, Д. Тамазлакару һ.б. м‑н сығыш яһай. Парижда БР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (2008). Рәсәй һәм донъяның 14 иле буйлап гастролдәрҙә була. Серж Лифарь ис. Халыҡ‑ара балет конкурсы (Киев, 1999), “Шабыт” Халыҡ‑ара ижади йәштәр фестивале (Астана, 2003) лауреаты; Р.Нуриев ис. балет (Будапешт, 2000), балет артистарының (Ҡазан, 2001), “Арабеск” (Пермь ҡ., 2004) халыҡ‑ара конкурстары дипломанты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2008), Ш.Бабич ис. пр. (2000) лауреаты.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019