Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СССР‑ҘЫҢ 60 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ СОВХОЗ

Просмотров: 400

СССР‑ҘЫҢ 60 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ СОВХОЗ, дәүләт пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Өфө р‑нының Николаевка ауылы. 1966 й. “Йоматау” с‑зы булараҡ ойошторола, 1982 й. алып СССР‑ҙың 60 йыллығы ис. с‑з, 2003 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2009 й. ябыла. Составына йәш һыйыр малы үҫтереү һәм һимертеү комплексы (ҡеүәте 10 мең баш; БР‑ҙа иң ҙурҙарҙың береһе), 3 һөтсөлөк һәм һыйыр малы һимертеү фермаһы ингән. 1973 й. итальян технологияһы б‑са һыйыр малы һимертеү сәнәғәт комплексы файҙаланыуға тапшырыла. 1978 й. 1480 га ергә һуғарыу системаһы индерелә. 1991 й. башлап хужалыҡта кишер һ.б. йәшелсә үҫтереүҙең голланд технологияһы ҡулланыла. 2001 й. 640 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8555 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 7256. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 25,6, картуф — 75,3, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 24,7; 44915 т иген, 587,5 т картуф, 11670 т күп йыллыҡ үләндәр бесәне етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 1710 (ш. иҫ. 523 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 6052 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 697 г; етештерелгән (т): һөт — 1319,5; ит — 1104,9. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. Хужалыҡ м‑н И.Д.Горлач һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019