Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕПАНОВ Валерий Геннадиевич

Просмотров: 360

СТЕПАНОВ Валерий Геннадиевич (29.6.1950, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бүребай ҡсб — 22.4.2014, Өфө), балетмейстер. РФ‑тың (2002), БАССР- ҙың (1982) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. БДПИ‑ны тамамлаған (1983). 1972— 73 йй. Балтик флоты йыр һәм бейеү ансамбле (Калининград ҡ.) артисы. 1974 й. алып ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑дының мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Вихрь” ансамбленең 1985 й. —“Мотор эшлә .се” мә .әниәт һарайы эргәһендәге “Ынйы” бейеү ансамбленең балетмейстеры, 2001 й. башлап “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе, 2007 й. — директоры (бөтәһе лә — Өфө). Күп кенә халыҡтарҙың традицияларын һәм йолаларын сағылдырған 30‑ҙан ашыу бейеү ҡуя: “Салауат мираҫы” (З.Ғ.Исмәғилев музыкаһына), “Өлгөр”, “Һабантуй”, “Арҡайым батырҙары”, “Алтын башлы күгәрсен” (“У голубки золотая голова”), “Ватандың данлы улдары” (“Отчизные славные сыны”), “Ҡала кадриле” (“Городская кадриль”) һ.б. Ф.Ғәскәров ис. призға Төбәк‑ара халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивале лауреаты (Өфө, 1994, 2006).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019