Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

Просмотров: 367

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1991 й. Ҡала филармонияһы булараҡ асыла, 1996 й. Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы, 2013 й. алып Стәрлетамаҡ дәүләт театр‑концерт берләшмәһе составында. С.ф. тәүге ижади коллективы — “Ашҡаҙар” башҡ. эстрада‑фольклор төркөмө. 1996 й. муз.-әҙәби лекторий (етәксеһе — БАССР‑ҙың атҡ. артисы К.Ю.Чертова), халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (дирижёры — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.В.Астахов), эстрада төркөмө (етәксеһе Ф.Р.Ғәниев), хореографик миниатюралар ансамбле (М.А.Ғәлимханов), 1999 й. “Сарби” сыуаш эстрада‑фольклор ансамбле (Т.В.Кудрина) ойошторола. С.ф. составына (2015) “Ашҡаҙар” төркөмө, муз.‑әҙәби лекторий, халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (дирижёры — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре В.И.Турченко), “Сарби” ансамбле, Бейеү театры, “Соn anima” инструменталь триоһы инә. С.ф. Рәсәй, Бельгия, Нидерланд, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Башҡорт филармонияһы, Сәнғәт институты, Опера һәм балет театры һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Художество етәкселәре: В.М.Абдуллин (1991 й. алып), РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Ш. Шакирова (1994 й. алып), Л.Ә.Фәйзуллина (2009 й. алып). Дир.: У.Б. Ҡолтуманов (1991 й. алып), И.А.Хәйруллин (1992 й. алып), З.З.Шакиров (1995 й. алып), Р.Г.Ибраҡов (2002 й. алып), БР‑ҙың атҡ. артисы Ә.К. Әхмәҙуллин (2004 й. алып), Н.Ә.Вәлиев (2011 й. алып), З.Р. Шәйәхмәтов (2012 й. алып), Р.И. Ишмуллин (2013 й. алып), Ғ.Л.Һәйетҡолов (2014 й. алып). “Берҙ .м‑ лек” —“Содружество” Халыҡ .ара милли мә .әниәттәр фестивалендә ҡатнаша (Өфө, 2007). “Уралда Рәсәй сағыла” (“В Урале Русь отражена”) Төбәк‑ара музыка фестивале (Екатеринбург ҡ., 2003), Респ. филармониялары фестивале (Өфө; 2004, 2008) дипломанты.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019