СТОЯНОВ Александр Васильевич
868
СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—70 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: “Рәсәй” к‑зының баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1948 й. алып Ҡупаяр а/с рәйесе. С. бригадаһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 17,4 ц/га тәшкил иткән (1947). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).
Әҙәб.: К а л я к и н Г. Два бригадира //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: