Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович

Просмотров: 455

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович (20.1.1940, Чкалов өлк. Хәлил ҡсб), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; педагогтары Ю.К.Бельдюсов, В.М.Валукин) 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1969—90 йй. Башҡ‑н ижади- производство комб‑ты рәссамы. Пейзаж жанрында (графика, рәсем сәнғәте) эшләй. “Байкал буйлап” (1986), “Вологда өлкәһе буйлап” (1987), “Камчатка буйлап” (1988) акварель сериялары, художество ҡоролошо б‑са нескә тойғоло “Тынлыҡ. Ермаково” (1987), “Багровтың йүкә аллеяһы” (1989) лирик пейзаждар; акварелдә бик һирәк башҡарылған портрет жанрҙарындағы эштәр: “Почтальон портреты” (1985), “Күгәрсен тотоусы” (1987) һәм тематик картиналар: “Ейәнсәр”, “Алмағас” (икеһе лә — 1986) авторы. Образлы пейзаждары экспрессивлыҡ, төҫтәр гаммаһының матурлығы м‑н айырылып тора: “Зәңгәр офоҡтар” (1989), “Көҙгө кис” (1990). Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. Уҡыусылары араһында С.Б.Краснов, Р.Ә.Сәлимгәрәев. 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Күмертау (1957), Өфө (1965, 1985, 1992—93, 1998—2000, 2003—07, 2010, 2015), Бәләбәй (2000), Нефтекама (2001), Салауат (2002), Ҡурған (2004) һ.б. ҡалалар. Эштәре БДХМ, Аксаков музейы, Сыуаш художество музейы (Чебоксар) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте” (“Изобразительное искусство Республики Башҡортостан”) күргәҙмә‑конкурсы лауреаты (Өфө, 2008).

Әҙәб.: Виктор Суздальцев. Акварель, живопись. Уфа, 2000; Акварельная весна: кат. выст. /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2005.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019