Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы

Просмотров: 427

СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы [1.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Аҡҡолай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 19.10.2001, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963). 1944–89 йй. Әлшәй р‑нының “Ленин васыяты” к‑зында эшләй: 1944 й. алып быҙау ҡараусы, 1959 й. – һауынсы, 1985 й. – склад мөдире. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 4355 кг тәшкил иткән (1969–70). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән. Иҫке Аҡҡолай а. С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Г е р а с и м о в а Е. Сафура //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019