Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович

Просмотров: 342

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович [14.8.1885, Өфө губ. Бәләбәй кантоны Елдәр а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 20.3.1979, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлаған (1912; педагогтары П.П.Беньков, Н.И.Фешин). 1916 й. алып Өфө мәктәптәрендә уҡыта, 1920–46 йй. БДХМ‑дың ғилми хеҙм‑ре. 20–30‑сы йй. респ. көньяҡ‑көнсығыш райондары буйлап этнографик экспедицияларҙа (Ю.Ю.Блюменталь, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин м‑н берлектә) ҡатнаша, һөҙөмтәлә башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм көнкүрешенә арналған эштәр ижад итә: “Башҡорт ҡатыны портреты” (1927), “Йәйләү урамы” (1929), “Ҡатын‑ҡыҙ яғындағы ҡунаҡтар” (1936) һ.б.; башҡ. орнаменты өлгөләренең һүрәттәрен төшөрә. С. йыйған башҡ. матди мәҙәниәте предметтарының коллекцияһы Нестеров М.В. исемендәге художество музейының биҙәү‑ҡулланма сәнғәте фондына нигеҙ була, унда С. тәүге тапҡыр был коллекцияны өйрәнеү һәм классификациялау эшен башлай. Натюрморттар, индустриаль һәм колхоз төҙөлөшө темаларына композициялар; Мәскәүҙә Бөтә Союз а.х. күргәҙмәһенә “Башҡортостан” павильоны өсөн ижад ителгән панно (1939) авторы. С. респ. сәнғәтенә арналған мәҡәләләре “Искусство” (“Сәнғәт”), “Советское краеведение” ж. (“Совет тыуған яҡты өйрәнеү фәне”; икеһе лә – Мәскәү) һ.б. (ҡара: Сәнғәт ғилеме) баҫыла. Өфө художество түңәрәге (1916), Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы (1925) ағзаһы. 1916 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1965, 1975). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

Әҙәб.: Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019