Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВА‑ШЛЯХТИНА Елизавета Александровна

Просмотров: 580

СЫР Т Л А Н О В А ‑ШЛ Я Х Т И Н А Елизавета Александровна (22.11.1881, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Соҡсон Заводы ҡсб, хәҙ. Пермь крайы Соҡсон ҡсб, – 11.12.1961, Өфө), актриса, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). 1912 й. алып – “Нур”, 1915–17 йй. – “Ширҡәт” труппалары, 1918–19 йй. – 1‑се һәм Төркөстан армиялары политбүлеге эргәһендәге фронт театрҙары, 1920 й. башлап Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡ. театры (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры) актрисаһы, 1922–30 йй. Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы төрлө театр коллективтары реж. һәм художество етәксеһе, 1931 й. алып – Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1933–38 йй. Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) реж., 1939–48 йй. БАДТ музейы мөдире. Үҙенсәлекле һәм комик ролдәр башҡарған. Көнкүреш деталдәрен аныҡ сағылдырыу, тапҡыр телмәр оҫтаһы булған. Башҡ., татар: Сәрби (“Башмағым”), Ғәрифә (“Алдым‑бирҙем”, Ғ.Исхаҡи), Ғәйнә (1911, дебют), Йәмилә, Әсә (бөтәһе лә – “Бәхетһеҙ егет”, Ғ.Камал); классик урыҫ һәм сит ил: Мартина (“Ирекһеҙҙән табип” – “Лекарь поневоле”, Мольер), фрау Миллер (“Мәкер һәм мөхәббәт” – “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Кабаниха (“Йәшен” – “Гроза”), Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” – “Без вины виноватые”; икеһе лә – А.Н.Островский) драматургияһы әҫәрҙәре б‑са 300‑ҙән ашыу роль уйнаған. Шулай уҡ Сумчинская псевдонимы аҫтында сығыш яһаған. С.‑Ш. режиссёрлыҡ репертуарында Б.Бикбай, Ф.Бурнаш, Т.Ғиззәт, Й.Вәли, Р.Ниғмәти, С.М.Мифтахов, Ф.Әмирхан пьсалары б‑са спектаклдәр бар. Башҡорт драма театрында – Х.К.Ибраһимовтың “Башмағым”, Ғ.Х.Ниязбаевтың “Брадәрән Ғәлимовтар”, Островскийҙың “Ете юл сатында” (“На бойком месте”; В.Ғ.Ғәлимов м‑н берлектә); Ауырғазы колхоз‑совхоз театрында Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”, А.М.Таһировтың “Себерәк Ғилман” һ.б. пьесалар ҡуйған. Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”), В.Н.Билль‑Белоцерковскийҙың “Шторм”, С.И.Левитинаның “Хөкөм” (“Приговор”) һ.б. пьесаларын татар теленә тәржемә иткән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019