Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЮИТА

Просмотров: 478

СЮИТА (фр. suite — рәт, эҙмә‑эҙлелек), дөйөм художество идеяһы м‑н берләшкән бер нисә ҡапма‑ҡаршы үҙ аллы өлөштәрҙән (характеры, ритмы, темпы һ.б. б‑са айырылалар) торған инструменталь цикллы муз. әҫәр. С. соната һәм симфониянан өлөштәренең артыҡ үҙ аллылығы, уларҙың ҡәтғи иҫәпкә, тәртипкә, характерға ҡоролмауы, йыр һәм бейеү м‑н тығыҙ бәйләнештә булыуы, бер үк тоналлекте һаҡлауға ынтылышы м‑н айырыла. С. бейеү, жанр, пейзаж, психологик, лирик‑драматик, программалы, клавир (фп.), оркестр өсөн, вокаль, драма, фильм, балет, операнан һ.б. алынған музыканан төҙөлгән төрҙәргә бүленә. С. термины м‑н ш. уҡ балет спектакленә индерелгән бер нисә бейеүҙән торған муз.‑хореографик композиция атала. Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе М.З.Бәширов ижадына бәйле [фп. өсөн “Бәләкәй сюита” (“Маленькая сюита”), 20 б. 30‑сы йй. аҙ.]. С. формалашыу осорона милли материалда классик норманы үҙләштереү хас. С. үҫешенең мөһим осоро Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) эшмәкәрлегенә бәйле. Баянсылар ансамбле өсөн К.Й.Рәхимовтың болгар халыҡ бейеү көйҙәренә С., башҡ. халыҡ йыры “Гөлнәзирә” темаһына С. һәм “Хореографик сюита”һы; симфоник оркестр өсөн: М.М.Вәлиевтең “Салауат” С. (1945) һәм “Бейеү сюитаһы” (1952), Х.Ш.Заимовтың “Бейеү сюитаһы” (1949) һәм “Балалар сюитаһы” (1970), З.Ғ.Исмәғилевтең С., Х.Ф.Әхмәтовтың “Башҡорт лирик сюитаһы” (икеһе лә — 1952), Икенсе С. (1964); “Тау бөркөтө”, “Яратам һине, тормош”, “Гөлнәзирә”, Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”, 1984) балеттарынан С., Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”, 1986, 1990) балетынан ике С., Р.Н.Сабитовтың “Мөхәббәт һәм үлем” (“Любовь и смерть”, 1979) балетынан симфоник картина, “Прометей” симфоник фрескаһы һ.б. ижад ителә. С. жанры комп. Әхмәтов, Заимов, Р.В.Сәлмәнов (Скрипка һәм фп. өсөн С.; уларға ярашлы 1940, 1944, 1951), Р.Ә.Мортазин (Виолончель һәм фп. өсөн С., 1938), Исмәғилев (кларнет өсөн “Йәштәр сюитаһы”, 1949; баян өсөн “Көтөүсе”, 1946; Гобой һәм фп. өсөн С., 1958), Н.Я.Инякин (Ағас тынлы музыка ҡоралдары квартеты өсөн, 1958; Кларнет һәм фп. өсөн С., 1960), Д.Д.Хәсәншин (Гобой һәм фп. өсөн, 1964; Скрипка һәм фп. өсөн бәләкәй С., 1970; Еҙ тынлы музыка ҡоралдары квинтеты өсөн С., 1989), С.Г.Шаһиәхмәтова [ҡыллы квартет өсөн “Балалар сюитаһы” (“Детская сюита”), 1973], Н.Ә.Дауытов (Альт һәм фп. өсөн С., 1977), С.Ә.Низаметдинов (Камерный оркестр өсөн С., 1984), Р.Х.Ғәзизов (Тынлы квинтет өсөн С., 1987), М.Х.Әхмәтов [Камерный оркестр һәм һуҡма ҡоралдар өсөн “Нариман Сабитов ижады биттәре буйлап” (“По страницам творчества Наримана Сабитова”) С., 1998] һ.б. ижадының камерный‑инструменталь музыкаһында киң сағыла. Фп. өсөн С. төп төрҙәре: характеристикалы (образдар диапазоны киң, йыш ҡына интонациялары башҡ. фольклоры м‑н тығыҙ бәйле) — Инякиндың “Әкиәт” (“Сказка”, 1969), Р.В.Сәлмәновтың башҡ. халыҡ мотивтарына С. (1982); боронғо (Европа классик традицияларға йүнәлтелгән) — С.Р.Сәлмәновтың фп. өсөн__“Полифоник сюитаһы” (“Полифоническая сюита”, 1987), Р.Ғ.Ҡасимовтың балаларға тәғәйенләнгән фп. өсөн ҡайһы бер С. һәм башҡалар. Урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары өсөн Инякиндың “Һабантуй” (“Сабантуй”, 1972), Т.Ш.Кәримовтың “Ҡыр ҡаҙҙары” (“Дикие гуси”, 1973), “Волга менән Урал араһында” (“Между Волгой и Уралом”, 1976) С. ижад ителгән. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры репертуарына А.М.Ҡобағошовтың С. (1992), Ф.М.Ғафуровтың “Байрам сюитаһы” (2000) һ.б. ингән. Кәримовтың Эстрада квартеты өсөн С. (1965), А.К.Кукубаевтың солист, хор һәм урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн “М.Вәлиев темаларына сюита”һы (“Сюита на темы М.Валеева”, 1988), Хәсәновтың Әшә—Оло Теләк т. юл фажиғәһенә арналған (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һуҡма музыка ҡоралдары һәм орган өсөн “Һәләкәт, 4 июнь” (“Катастрофа, 4 июня”, 1989) С. башҡарыусылар составы йәһәтенән эксперименталь булып тора. 20 б. аҙ. — 21 б. башында ижад ителгән С. стилде иркен һайлау, заманса техник композициялар ҡулланыу мөмкинлеге, тема һәм образдар төрлөл¿г¿ м‑н характерлана.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019