Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРМАСАН, аҡ ҡандала үләне сорты

Просмотров: 426

ЧЕРМАСАН, аҡ ҡандала үләне сорты. 1988 й. Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, В.А.Михеев тарафынан урындағы ҡырағай ҡандала үләнен оҙайлы культуралаштырыу һәм артабан күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Төньяҡ экологик ярым төргә ҡарай. Һабағы 2 м тиклем бейеклектә, төҙ, ныҡ тармаҡлы. Япраҡлылығы 37—45%. Япрағы эре, өсәрле, ҡатмарлы. Сәскәлеге — уртаса тығыҙлыҡтағы ҡуйын тәлгәше. Сәскәһе аҡ төҫтә, оҙон тығыҙ тәлгәшкә йыйылған. Ҡуҙағы бер орлоҡло, ҡуйы һоро төҫтә, селтәрле‑йыйырсыҡлы һүрәте бар. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,7—1,9 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, уртаса һуң өлгөрөшлө сорт, онло ысыҡ м‑н аҙ зарарлана; ҡара тупраҡта һәм аҙ серетмәле көлһыу тупраҡта яҡшы үҫә, татырлы ерҙә лә үҫергә һәләтле. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га, 2 сабып алыуҙа): йәшел масса — 252, орлоҡ — 8—10; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 19,7% сей протеин бар (Бүздәк сорт һынау участкаһы, 1985—88). РФ һәм БР б‑са ҡулланылышҡа 1993 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019