Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 696

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3064 кеше; 1920 — 4252; 1939 — 3442; 1959 — 2560; 1989 — 1931; 2002 — 2153; 2010 — 1827 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм коррекция мәктәптәре, 2 балалар баҡсаһы, амбулатория, балалар өсөн соц. приют, ҡарттар йорто, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Нуғай даруғаһында 1736 й. Табын ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 289 йортта 1925 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ағас һауыт-һаба яһау, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Т. улус идараһы урынлашҡан; сиркәү, 2 училище, буяу, туң май, шәм, 2 кирбес, 2 май һығыу һәм 2 ҡайыш з‑ды, 8 һыу тирмәне, 4 сауҙа кибете, пристань булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, ир һәм ҡыҙ балалар өсөн земство мәктәптәре, земство амбулаторияһы, күн заводы, шарап, сәй, 2 һыра һәм 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 2006 й. Т. 20 б. 40‑сы йй. нигеҙләнгән Совхоз а. ҡушылған. Ауыл эргәһендә Табын ҡаласығы табылған. А.Н.Дегтярёв ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш. Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ. Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019