Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҘЛАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 547

ТАҘЛАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 226; 1939 — 468; 1959 — 615; 1989 — 1173; 2002 — 1109; 2010 — 1119 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Бикбау һәм Бикҡужа аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1758 й. алып билдәле. Исеме “таҙлар” этнонимынан алынған (ҡара: Таҙ). 1866 й. 32 йортта 136 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1891 й. Таҙлар утары (12 йортта — 62 кеше) булған, ул һуңынан Т. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1920 й. Т. (Курноскин) исеме м‑н теркәлгән. 70‑се йй. ауылға 20 б. башында нигеҙләнгән Киселёв утары ҡушылған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019