Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЙЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 422

ТАЙЫШ, Э т ҡ о л, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 160 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 481; 1939 — 390; 1959 — 394; 1989 — 309; 2002 — 328; 2010 — 343 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең (уның улы Әлһәм Тайышов билдәле) исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мошн(ҡ)аҡ атамаһы м‑н теркәлгән. 1795 й. 18 йортта 87 кеше йәшәгән, 1865 й. 44 йортта — 243 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.И.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019