Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 450

ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1060 кеше; 1920 — 1491; 1939 — 1531; 1959 — 1323; 1989 — 927; 2002 — 897; 2010 — 895 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1669 й. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Юрматы улусы башҡорттары Талас-Моҡша исеме м‑н нигеҙ һала. 1756 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәр һәм типтәрҙәр килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Талас Мерәҫов исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 165 кеше йәшәгән. 1865 й. Т. 2 ауыл булып теркәлгән: беренсеһендә 3 йортта 22 кеше йәшәгән, икенсеһендә 70 йортта — 458 кеше (мәсет, училище, һыу тирмәне булған). Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, 4 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1939 й. Яңы һәм Иҫке Талас аа. булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. М.С.Хәбибуллин, М.К.Әһлиуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019