Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАМЪЯН-ТАЙМАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 441

ТАМЪЯН-ТАЙМАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 43 км алыҫлыҡта Сирәш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 795 кеше; 1920 — 868; 1939 — 586; 1959 — 573; 1989 — 589; 2002 — 604; 2010 — 516 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Тамъян улусы башҡорттары нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа Минзәлә өйәҙе Ҫарылы- Мең улусы Һарыһаҙ-Тәкермән а. башҡорттары күсеп килгән. 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ типтәрҙәр, яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. Исеменең беренсе өлөшө “тамъян” этнонимына (ҡара: Тамъян), икенсеһе — тәүге төпләнеүсе Таймаҫ Ҡотлин исеменә бәйле. Шулай уҡ Түб. Тамъян, Таймаҫ, Сирәш-Тамъян исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 24 йортта 150 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 537 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019