Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 333

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Тарҙау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Тарҙау й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 362 кеше; 1920 — 712; 1939 — 447; 1959 — 211; 1989 — 130; 2002 — 136; 2010 — 89 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1880 й. Златоуст өйәҙе Дыуан улусы Абзай һәм Мәсәк аа. (хәҙ. Ҡыйғы р‑ны) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка, Орёл губерналары, Пермь губернаһы, Өфө губернаһы күскенселәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Һарығамыш исеме м‑н теркәлгән. 1896 й. 46 йортта 360 кеше йәшәгән. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019