Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҘТҮБӘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 410

ТАҘТҮБӘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Вознесенка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4639 кеше; 1920 — 2785; 1939 — 1692; 1959 — 1636; 1989 — 1234; 2002 — 1259; 2010 — 1148 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь наместниклығының дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 146 йортта 684 кеше йәшәгән, 1865 й. 428 йортта — 2066 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, күн, шәм, 2 һабын ҡайнатыу, 3 май һығыу йорттары, 6 һыу тирмәне, 17 сауҙа кибете, почта станцияһы булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. ауыл Мусихинский ҡасабаһы (хәҙ. Вознесенка а.) м‑н бергә иҫәпкә алынған; 2 сиркәү (1823 й. һәм 1896 й. төҙөлгән), 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, поташ заводы, арҡан ишеү һәм һабын ҡайнатыу йорттары, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән; шөғөлдәр араһында ваҡ һөнәрселек (ҡара: Һөнәрселек кәсебе) булған. Ауыл эргәһендәге Таҙтүбә тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ф.П.Быстрых, А.И.Ившин ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019