Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 367

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 128 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1252 кеше; 1920 — 1325; 1939 — 1139; 1959 — 887; 1989 — 615; 2002 — 546; 2010 — 445 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (2‑се Мишкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, 2 мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр төпләнгән. 1865 й. 82 йортта 586 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея һәм 3 мануфактура кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019