Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТ-КӨСӨК, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

ТАТ-КӨСӨК, К ө с ө к, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 341 кеше; 1920 — 297; 1939 — 286; 1959 — 139; 1989 — 63; 2002 — 105; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Көсөк исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 18 йортта 97 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 322 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып Татар-Көсөк исеме м‑н иҫәпкә алына, 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019