Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 328

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 502; 1939 — 386; 1959 — 232; 1989 — 172; 2002 — 167; 2010 — 142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары Баҙраҡ исеме м-н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1723 й.) алып билдәле. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1811 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар иҫәпкә алынған (улар 1859 й. Т.‑Б. үҙҙәре нигеҙләгән Яңы Баҙраҡ а. күсеп киткән). 1795 й. 39 йортта 270 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 319 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019