Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ АЛЛАҒЫУАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 353

ТҮБӘНГЕ АЛЛАҒЫУАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Аллағыуат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 390 кеше; 1920 — 348; 1939 — 273; 1959 — 315; 1989 — 256; 2002 — 286; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йәлембәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аллағыуат исеме м‑н нигеҙ һала, 1751 й. алып билдәле. 19 б. уртаһында Үрге Аллағыуат а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Шулай уҡ Сарлаҡ исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 80 йортта 668 кеше йәшәгән (Үрге Аллағыуат а. м‑н бергә Аллағыуат исеме м‑н иҫәпкә алынған). Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019