Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БАБА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

Просмотров: 376

ТҮБӘНГЕ БАБА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 314 кеше; 1920 — 246; 1939 — 188; 1959 — 213; 1989 — 189; 2002 — 225; 2010 — 230 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яҡшембәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы Баба а. (хәҙ. Үрге Баба а.) башҡорттары нигеҙ һала. Шулай уҡ Итҡабыл исеме (тәүге төпләнеүсе Итҡабыл Солтанморатов исеменән) м‑н билдәле булған. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. халҡы 29 йортта 239 кеше йәшәгән (Үрге Баба а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған), 1866 й. Итҡабылда (Бабалар) 40 йортта — 228 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. Итҡабыл утары (3 йортта 20 кеше йәшәгән) һәм 2 Итҡабыл ауылы теркәлгән: 1‑сеһендә 45 йортта 263 кеше йәшәгән (мәсет, һыу тирмәне булған), 2‑сеһендә 6 йортта — 31 кеше; ауылдар 40‑сы йй. алып Яңы Баба, 50‑се йй. башлап хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019