Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БАЛМАҘЫ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 299

ТҮБӘНГЕ БАЛМАҘЫ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 120 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 140 кеше; 1920 — 224; 1939 — 209; 1959 — 581; 1989 — 294; 2002 — 263; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә Болмаҙы исеме м‑н ш. уҡ өйәҙҙең Сиҙәш а. кешеләре, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1737 й. Себер даруғаһы Балыҡсы улусы Ҡашҡа һәм Сөйөш аа. (хәҙ. Асҡын р‑ны Ҡашҡа һәм Яңы Сөйөш аа.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 21 йортта 128 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Үрге Балмаҙы а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Й.Х.Ғилманов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019