Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БАЛТАС, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 295

ТҮБӘНГЕ БАЛТАС, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 22 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнc. табан 40 км алыҫлыҡта Яманшур й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 638; 1939 — 649; 1959 — 687; 1989 — 681; 2002 — 775; 2010 — 739 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе Өфө‑Танып улусы Балтас а. (хәҙ. Үрге Балтас а.) кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Вотяк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 38 йортта 209 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. А.Х.Баймиев ошо ауылда тыуган

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019