Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БӘГӘНӘШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 303

ТҮБӘНГЕ БӘГӘНӘШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1026 кеше; 1920 — 1116; 1939 — 714; 1959 — 434; 1989 — 239; 2002 — 241; 2010 — 235 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са 1702 й.) Нуғай даруғаһы Бәгәнәш‑Мең улусы Бәгәнәш а. (хәҙ. Үрге Бәгәнәш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бәгәнәш исеме м‑н нигеҙ һала. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. (Үрге Бәгәнәш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) 67 йортта 449 кеше йәшәгән, 1865 й. 120 йортта — 766 кеше. Шулай уҡ Түб. Бәгәнәш‑Әбүкән исеме м‑н билдәле булған. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. 1‑се Түб. Бәгәнәш һәм 2‑се Түб. Бәгәнәш аа. (халҡы бергә иҫәпкә алынған), 1939 й. Бәгәнәш а. булараҡ теркәлгән. 40‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ғ.Р.Хисмәтуллин ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019