Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БИКБИРҘЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 268

ТҮБӘНГЕ БИКБИРҘЕ, Б у р а н ғ о л, Б у р а ғ о л, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 686 кеше; 1920 — 458; 1939 — 291; 1959 — 322; 1989 — 233; 2002 — 281; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Иҫәнғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бикбирҙе исеме м‑н нигеҙ һала. Икенсе атамаһы тәүге төпләнеүсенең улы сотник Бурағол Бикбирҙин исеменә бәйле. 1795 й. 17 йортта 103 кеше йәшәгән, 1866 й. 90 йортта — 548 кеше. Малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында Үрге Бикбирҙе бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ф.А.Ғималова, Ф.Х.Ҡаҙаҡбаев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019