Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 508

ТҮБӘНГЕ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 16 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1260 кеше; 1920 — 1340; 1939 — 927; 1959 — 883; 1989 — 628; 2002 — 668; 2010 — 744 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы Бишенде а. (хәҙ. Үрге Бишенде а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Йәнәй улусы һәм Себер даруғаһының Әйле улусы Иҫке Туғыҙлы а. (хәҙ. Ҡыйғы р‑ны Туғыҙлы а.) башҡорттары нигеҙ һала. Шулай уҡ Кесе Бишенде исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 66 йортта 446 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 588 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1837 й. Т.Б. кешеләренең бер өлөшө, Әйле улусы керҙәштәре, үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡан. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Ҡ.Ғ.Ихин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019