Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ БОБИН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 315

ТҮБӘНГЕ БОБИН, К е с е Б о б и н, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Кесе Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 14 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 615 кеше; 1920 — 404; 1939 — 347; 1959 — 365; 1989 — 494; 2002 — 641; 2010 — 643 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Бирюсинка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Красноуфимск өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1826 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре Бобиндар утары исеме м‑н нигеҙ һала. 1869 й. (Үрге, Урта һәм Түб. Бобин аа. халҡы бергә иҫәпкә алынған) 46 йортта 299 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Бабин исеме м‑н иҫәпкә алынған, сиркәү (1901 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, мөгәзәй, земство мәктәбе һәм сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, бакалея кибете, май һығыу оҫтаханаһы теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019