Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 495

ТҮБӘНГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Әрмет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 897 кеше; 1920 — 1102; 1939 — 1731; 1959 — 1128; 1989 — 783; 2002 — 754; 2010 — 590 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, И.Ғ.Ғиззәтуллин музейы, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Әрмет а. (хәҙ. Әрмет‑Рәхим а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1772 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ бобылдәр, керҙәш башҡорттар теркәлгән. Шулай уҡ Рәхим‑Ибрай исеме м‑н (улус старшинаһы Рәхим Ибраев исеменән) билдәле булған. 1795 й. 27 йортта 156 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 752 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында тирмән ташы эшләү булған. Ә.С.Гәрәев, Ғиззәтуллин, Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, Д.С.Ноғоманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019