Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ӘҮЖӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 332

ТҮБӘНГЕ ӘҮЖӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Ҡағы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 91 км һәм Белорет т. юл ст. 89 км алыҫлыҡта Оло Әүжән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 3043 кеше; 1920 — 2503; 1939 — 1736; 1959 — 971; 1989 — 319; 2002 — 206; 2010 — 143 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Әүжән-Петровск заводтары эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Түб. Әүжән‑Петровск заводы исеме м‑н билдәле булған. 1866 й. 149 йортта 894 кеше йәшәгән. 1900 й. сиркәү, мәктәп теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ф.И.Белов, И.А.Телятников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019