Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ӘҮРЕЗ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 331

ТҮБӘНГЕӘҮРЕЗ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Түб. Әүрез а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1469 кеше; 1920 — 1815; 1939 — 1313; 1959 — 1397; 1989 — 743; 2002 — 727; 2010 — 683 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са НуғайдаруғаһыЯйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 120 йортта 897 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 10 һыу тирмәне, 12 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне, кирбес з‑ды, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Р.Ихсанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019