Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ЗӘЙЕТ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 290

ТҮБӘНГЕ ЗӘЙЕТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Зәйет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1430 кеше; 1920 — 1689; 1939 — 1498; 1959 — 1047; 1989 — 853; 2002 — 785; 2010 — 690 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ерекле урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Зәйет исеме м‑н нигеҙ һала, 1749 й. алып билдәле. 1783 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. 28 йортта 133 кеше йәшәгән, 1865 й. (Түб. Зәйет булараҡ иҫәпкә алынған) 114 йортта — 625 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 8 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 4 һыу тирмәне, мөгәзәй, тимерлек, 3 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Р.Ғ.Гәрәев, Р.Ф.Ғатауллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019