Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ИҘӘК, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 364

ТҮБӘНГЕ ИҘӘК, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 402 кеше; 1920 — 540; 1939 — 186; 1959 — 202; 1989 — 253; 2002 — 240; 2010 — 256 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Нуғайҙар-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1809—10 йй. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1865 й. 34 йортта 203 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 2005 й. Т.И. Бәләкәй Иҙәк (20 б. башында нигеҙләнгән) һәм Урта Иҙәк (20 б. 30‑сы йй.) ҡасабалары ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019