Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ИСҠУШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

ТҮБӘНГЕ ИСҠУШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Исҡуш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 299 кеше; 1920 — 221; 1939 — 220; 1959 — 248; 1989 — 450; 2002 — 467; 2010 — 394 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Нөгөш а. кешеләре Исҡуш бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. ғибәҙәт йорто, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тирмән, күн һәм һарыҡ тиреһе эшкәртеү з‑дтары, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Үрге Исҡуш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019