Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҠАРҒАЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 320

ТҮБӘНГЕ ҠАРҒАЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡарғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3854 кеше; 1920 — 2870; 1939 — 556; 1959 — 198; 1989 — 151; 2002 — 197; 2010 — 179 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1773 й., 1777 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан һәм Воронеж губ. килгән татарҙар һәм мишәрҙәр Яңы Ҡарғалы исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 180 йортта 1297 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, мәҙрәсә, ел тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. 1906 й. һәм 1920 й. араһында Яңы Ҡарғалы а. Үрге һәм Түб. Ҡарғалы аа. бүленгән. 1920 й. халҡы Баҡса, Ҡарғалыбаш, Ҡарғалытамаҡ ҡасабалары, Үрге Ҡарғалы а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1925 й. 146 йорт булған. Ғ.М.Мөхәмәтова ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019