Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҠАРЪЯУҘЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 349

ТҮБӘНГЕ ҠАРЪЯУҘЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 69 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 794 кеше; 1920 — 842; 1939 — 391; 1959 — 596; 1989 — 235; 2002 — 156; 2010 — 141 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡаръяуҙы исеме м‑н нигеҙ һала, 1632 й. алып билдәле. 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында бобылдәр, 1723 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр, 1737 й. – яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 19 б. 1‑се ярт. Үрге Ҡаръяуҙы а. нигеҙләнгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 24 йортта 162 кеше йәшәгән, 1865 й. 68 йортта — 386 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй, 3 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 20 б. 50— 90‑сы йй. Үрге Ҡаръяуҙы а. м‑н бергә иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019