Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҠАСМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 361

ТҮБӘНГЕ ҠАСМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡасмаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 6 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡасмаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 238; 1939 — 685; 1959 — 686; 1989 — 473; 2002 — 514; 2010 — 471 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1821 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Ҡасмаш а. (хәҙ. Үрге Ҡасмаш а.) яһаҡлы мариҙары нигеҙ һала, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1711 й. алып билдәле. 1865 й. 32 йортта 202 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. шарап һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. Н.И.Иҫәнбаев ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019